Башҡорт теленән кластан тыш сара

Автор: Галлямова Резеда Ахматовна

Дата публикации: 19.11.2016

Номер материала: 3288

Конспекты
Родной язык (не русский)
10 Класс

Тема: КВН

Маҡсаттар:

  1. белем биреү – башҡорт теленең грамматикаһын иҫкә төшөрөү;
  2. үҫтереүсе – төрлө ҡыҙыҡлы күнегеүҙәр эшләтеү;
  3. тәрбиәүи – дуҫлыҡ тойғоһо, берҙәм булыу сифаттарын тәрбиәләү.

Дәрес төрө: ҡабатлау ( уйын формаһында).

Йыһазландырыу: “Ҡыҙыҡлы грамматика” китабы,Псәнчин В.Ш.,дидактик материалдар китабы.

Дәрес барышы.

Бөгөн беҙ һеҙҙең менән КВН үткәреп алабыҙ. Хәҙер бөтә класс ике командаға бүленә. Үҙегеҙҙең төркөмдәрегеҙгә бер капитан һайлағыҙ һәм командаға исем уйлағыҙ.

  • Командалар менән танышып үтәйек.

Беренсе эш. Был беҙҙең тапҡырлыҡ, тиҙ уйлау һәләтен тикшерер өсөн бик уңайлы. “Малайҙың исеме нисек”, тип атала. Ике команда ла тыңлай. Ҡайһы команда тиҙерәк яуап ҡайтара.

          Биш дуҫ урамда таныш булмаған бер малайҙы осрата. “Исемең нисек?”- тип һорай унан. Яуап урынына ул: “Ә һеҙҙең исемегеҙ нисек?- тип һорай. Малайҙар үҙҙәренең исемдәрен әйтәләр: Илһам, Ринат, Фәнил, Булат, Хәлил. Таныш булмаған малай бер аҙ уйлап торғас, былай ти: “Минең исемем дә биш хәрефтән тора. Уның беренсеһе хәрефе һеҙҙең исемдең берәүһенең беренсе хәрефенә, икенсеһе - икенсе исемдең икенсе хәрефенә, өсөнсөһө – өсөнсө исемдең өсөнсө хәрефенә,дүртенсеһе – дүртенсе исемдең дүртенсе, бишенсеһе – бишенсе исемдең һуңғы хәрефенә тап килә,”-тип яуап биргән.

        Малайҙың исеме нисек?

( Билал: Булат, Ринат,Хәлил, Илһам, Фәнил).

Икенсе эш. “Ҡара “ һүҙенә ялғауҙар ҡушып, яңы һүҙҙәр яһағыҙ.

Ҡайһы команда күберәк һүҙ яҙа,шулар был уйында еңеүсе.

(ҡара-ҡаралыҡ-ҡарағусҡыл-ҡараһыу һ.б.)

        Өсөнсө эш. Был уйында һәр команданан берәр кеше сыға. Икегеҙ ҙә бер үк һорауға яуап бирәһегеҙ, тик кем беренсе булып ҡулын күтәрә. Шул беренсе яуап бирә. Яуабы дөрөҫ булмаһа, икенсе команданан һорайбыҙ.

  1. Ялғау ҙа була алған ниндәй исемдәр беләһегеҙ.(ай, ау, ек, ем, еп, ер, кер, ҡаҡ, ҡор, он, өн, таш һ.б.белем, иген һ.б.)
  2. Һулдан уңға ла,уңдан һулға ла бер үк төрлө уҡыла торған ниндәй исемдәр беләһегеҙ? (көсөк,кейек,ҡалаҡ)
  3. Ике бер үк ижектән торған ниндәй таш, сәскә һәм ҡош исеме беләһегеҙ? (мәрмәр, ләлә, гага).
  4. Бабаай һүҙенең тәүге хәрефтәрен берәмләп ала барыу юлы менән тағы ниндәй һүҙҙәр яһап була
  5. Атай һүҙенең тәүге хәрефтәрен берәмләп ала барыу юлы менән тағы ниндәй исемдәр яһарға мөмкин
  6. Аласаҡ,,байтал,һаҙаҡ, ялағай һүҙҙәренән тағы ниндәй дүртәр һүҙ  яһарға мөмкин
  7. Ҡурай,ҡалыу һүҙҙәренән тағы ниндәй өсәр һүҙ яһап була
  8. Ҙур хәреф менән яҙылған арпа, буй, быуа, виктория, ҡалҡан, ҡыҙыл,оран,сал, тайга, турғай, төйлөгән?һүҙҙәре нимәләрҙе аңлата? ( Арпа-Арэкс йылғаһы ҡушылдығы, Буй-Вятка һәм Кама йылғалары ҡушылдыҡтары, Кострома өлкәһендәге ҡала, Быуа-Башҡортостандағы йылға, Виктория – Африкалағы күл, Ҡалҡан-Башҡортостандағы күл,Ҡыҙыл – Әбйәлил райондағы йылға, Оран-Алжирҙағы ҡала, Сал-Дон ҡушылдығы,Тайга-Кемерово өлкәһендәге ҡала, Турғай-Ҡаҙағстандағы йылға, Төйөлгән-Ырымбур өлкәһендәге поселок, Шафран-Башҡортостандағы тимер юл станцияһы).
  9. Вена,Дүшәмбе,Мәскәү, Панама исемдәрен бәләкәй хәреф менән яҙғанда,улар нимә аңлатыр?
  10. Башҡортостандағы райондарҙың береһе ашлыҡ,икенсеһе ҡош исемен йөрөтә. Былар ниндәй исемдәр?  Тәүге һәм һуңғы осраҡтарҙа улар нисек яҙыла?

Афариндар!

Артабанғы эш. Һан темаһын нисегерәк үҙләштерҙегеҙ икән? Ике һорау бирәм,ҡайһы команда тиҙерәк дөрөҫ яуап ҡайтара.

  1. Ике әсә ҡыҙы менән, өләсәһе ейәнсәре менән һыуға барған (көйәнтәләп). Бөтәһе нисә биҙрә һыу килгән?   (6биҙрә).
  2. Осоп килгән, ти,бер нисә ҡарға, һәм ҡунған, ти, улар талға. Берәмләп ултырһалар, талһыҙ ҡала, ти, бер ҡарға, икешәрләп ултырһалар,ҡарғаһыҙ ҡала,ти,бер тал. Әйтегеҙ әле,нисә ҡарға һәм нисә тал булған ? (4ҡарға һәм 3 тал).

Киләһе эш. Составында сифат ҡылымдар булған мәҡәл,әйтемдәр яҙығыҙ.ҡайһы команда күберәк яҙа, шулар еңеүсе (эшләгән-тешләгән. Тырышҡан табыр,ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр һ.б.)

Һәм һуңғы эш. Ике командаға ла чайнворд бирелә.Түбәндәге һүҙҙәргә антонимдар табығыҙ. Ҡайһы команда беренсе һәм дөрөҫ итеп эшләй,шулай уҡ,ошо уйында еңеүсе буласаҡ.

1.Шәп.2.Хаҡ.3.Тура.4.Ҡуйы.5.Шатлыҡ.6.Ялған.7.Һөйөү.8.Ҡыйыш.9.Ҡыйын.10.Иреү.11.Һулда.12.Алйот.13.Кире (тиҫкәре).14.Ҡыш.15.Ҡышын.16.Йыуан.17.Төҙ.

18.Ауырлыҡ.19.Төньяҡ.20.Еүеш.21.Кесе.22.Тиҙ.23.Аҡ.24.Аҡыллы.25.Бысраҡ.

        (1.Аҡрын. 2.Нахаҡ. 3.Ҡыйыш. 4.Шыйыҡ. 5.Ҡайғы. 6.Ысын. 7.Нәфрәт. 8.Тура. 9.Анһат. 10.Туңыу. 11.Уңда. 12.Аҡыллы. 13.Ыңғай. 14.Йәй. 15.Йәйен. 16.Нәҙек. 17.Кәкре. 18.Еңеллек. 19.Көньяҡ. 20.Ҡоро. 21.Оло. 22.Оҙон. 23.Ҡара. 24.Алйот. 25.Таҙа).

        Ике команданың яуаптарын ҡарап сығып, еңеүселәрҙе билдәләргә.

  • Рәхмәт барығыҙға ла! Артабан да башҡорт телен ҡыҙыҡһынып уҡығыҙ!
  • Бөгөнгө КВН тамам. Һаубулығыҙ!